5 Jun 2026, 16:12 UTC138 views15 reactionsread 8 August 2026 Photo
👋 Әссәләмү ғәләйкүм, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар!
✅ Әлхәмдүлилләһ, 2026 йылдың 2-се яртыһы өсөн матбуғат баҫмаларына түбән хаҡҡа яҙылыу башланды. Акцияны "Рәсәй почтаһы" 11 июнгә тиклем үткәрә. Был осорҙа "Бәрәкәт"кә 948 һум урынына 899 һум 94 тин түләп яҙыла алаһығыҙ.
✅ "Бәрәкәт"те уҡып, Ислам диненә бәйле төрлө һорауҙарға яуап алырға була. Бынан тыш, уның һәр һанында әҙәби әҫәрҙәр, әңгәмәләр, кәңәштәр, кроссвордтар,…
❤15
20 Mar 2026, 14:37 UTC221 views14 reactionsread 8 August 2026 Photo
Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ, ҡәҙерле туғандар, мосолман ҡәрҙәштәр!
Барығыҙҙы ла изге байрам – Ураҙа ғәйете – айҡанлы бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ!
Аллаһ Тәғәлә барығыҙҙан да риза булһын, изге айҙағы ураҙа, доға, саҙаҡа һәм башҡа ғибәҙәттәрегеҙҙе ҡабул ҡылһын, мул әжер-сауаптарын насип итһен, ғаиләләрегеҙгә именлек, сәләмәтлек, иман байлығы, бәрәкәт бирһен!
Әмин 🤲.
❤12👍2
19 Mar 2026, 04:33 UTC406 views9 reactionsread 8 August 2026 Photo
☝Фытыр саҙаҡаһы тураһында
Ураҙа байрамы көнөндә йәмәғәт менән ғәйет намаҙы уҡыла икәнен барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер. Тап шул намаҙ алдынан фытыр саҙаҡаһы таратылырға тейеш. Уны өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризығы булған мосолман да бирергә бурыслы. Бер хәҙистә: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ фытыр саҙаҡаһы итеп бер сағ хөрмәне йәки бер сағ арпаны һәр мосолманға – ҡолға ла, азат кешегә лә, иргә лә, ҡатынға ла, олоға ла, кесегә лә…
❤7👍2
12 Mar 2026, 19:28 UTC285 views19 reactionsread 8 August 2026 Photo
🕌 Бәхет тажы
Күктән төшөрөлгән беҙгә
Изге Ҡөрьән.
Күңелеңде асып ҡына
Уны өйрән.
Бик сауаплы ғәмәл була –
Тот ураҙа.
Хатта уны тотҡан төҫлө,
Күрсе, Ай ҙа.
Ҡайһы берәү зәкәт түләр...
Һиңә иртә.
Әйҙә, намаҙға баҫайыҡ,
Ваҡыт етә!
Саф йылғала ҡойондора
Бит ул намаҙ.
Зикер ҡылһаң, көсөң артыр,
Түгел бер аҙ.
Хажи, хажиә булырбыҙ,
Хаждар ҡылһаҡ.
Был ғәмәлдәр – барыһы ла
Фарыз.
Бел, хаҡ!
Диндең биш терәген беләм,
Һис о…
❤13👍6
9 Mar 2026, 01:07 UTC623 views26 reactionsread 8 August 2026 Photo
🤲 Теләк теләйем
Һәр намаҙҙың үҙ ваҡытын көтөп,
Намаҙлыҡҡа килеп баҫамын.
Иңдәремдә тоям пар ҡанаттар,
Әйтерһең дә, күккә ашамын.
Ҡабул итсе, Раббым, ғәмәлемде,
Рыя ғына була күрмәһен,
Фәрештәләр теләк теләп торһон,
Иблис ҡотҡо сәсеп йөрөмәһен.
Шөкөр, Раббым, яҡшы кешеләрҙе
Һин сығарҙың һәр саҡ юлыма.
Зиһен бирҙең, хәреф таныттың да
Изге Ҡөрьән һалдың ҡулыма.
Аҙаштырма, һаташтырма, зинһар,
Ас-яланғас итмә... Ташла…
❤25👍1
27 Feb 2026, 19:00 UTC506 views26 reactionsread 8 August 2026 Photo
🕌 Яулыҡта йөрөйөк!
Күп тапҡырҙар осратҡан бар
Яулыҡлы ҡатын-ҡыҙҙы.
Аллаһ сәләмен еткереү
Йылыта арабыҙҙы.
Ҡан туғаным таптыммы ни!
Йөҙөбөҙ балҡып китә.
Күңел күтәрелә, ҡалмай
Насар кәйефтәр һис тә.
Аллаһ һүҙе – Ҡөрьән – ҡуша
Ғәүрәттәрҙе ҡапларға,
Намаҙ уҡып, ураҙа тотоп,
Йәнебеҙҙе сафларға.
Сәсен-башын йәшермәйсә
Йөрөй ала тик ирҙәр,
Ә беҙҙәге матурлыҡты
Күрмәһен сит-ят күҙҙәр.
Осрап торһон ҡәрҙәштәрем,
Иманға ҡ…
❤24👍2
26 Feb 2026, 01:21 UTC489 views22 reactionsread 8 August 2026 Photo
🕌 Изге айҙың ҡәҙерен бел!
Аллаһ беҙгә насип итте
Рамаҙанды күрергә,
Ошо изге айыбыҙҙа
Ураҙаға керергә.
Хәҙер инде шайтандар ҙа
Бығауҙарға сырмалды –
Гонаһ эштәр булмаһын, тип,
Аллаһ юлдарын япты.
Йөрәгебеҙ таҙарынһа,
Шайтан һис алдай алмаҫ.
Насар, ҡара эштәренә
Аллаһ бер ҙә юл ҡуймаҫ.
Бөгөнгөләй, мәңгелеккә
Булһаң ине, Рамаҙан!
Һиндәй бәрәкәтле айҙы
Таба алмам бер ҡайҙан.
Эй ҡәрҙәшем, изге айҙа
Ураҙаға инһәңсе,
…
❤17👍5
24 Feb 2026, 02:30 UTC473 views21 reactionsread 8 August 2026 Photo
Рамаҙан
Күңел халәттәрен үҙгәртерһең,
Уй-фекерҙе паклап, таҙартып,
Нәфестәрҙе ныҡлап йүгәнләрһең,
Ҡоллоғонан беҙҙе ҡотҡарып.
Ғибәҙәттең асылын аңлатырһың,
Шөкөр, хәмед булыр телдәрҙә.
Һанаулы был бөртөк көндәреңдең
Фазыләте йәшәр күңелдә.
Изгелектең тәмен татытырһың,
Ихлас күңел менән ҡылдырып,
Ризыҡ һәм һыу ҡәҙерен белгертерһең,
Аслыҡ, сарсау хәлен тойҙороп.
Эй Рамаҙан, бөйөк айыбыҙ һин!
Һиндә күпме файҙа, ниғмә…
❤21
20 Jan 2026, 06:45 UTC≈2,990 views23 reactionsread 8 August 2026 Photo
«Бәрәкәт» журналы осрашыуға саҡыра!
Ҡәҙерле дуҫтар, башҡорт телендә сыҡҡан «Бәрәкәт» журналы менән танышһығыҙмы? Уның маҡсаттары һәм йөкмәткеһе, кемдәр тарафынан һәм ниндәй шарттарҙа нәшер ителеүе, авторҙары һәм хеҙмәткәрҙәре, уңыштары һәм ихтыяждары хаҡында белергә, «тере» баҫманы ҡулығыҙға тотоп ҡарарға теләйһегеҙме?
«Китабыч»та буласаҡ осрашыуҙа һеҙҙе көтә:
✅ журнал менән таныштырыу,
✅ һорауҙарға яуаптар,
✅ феке…
❤19👍2🔥2
1 Jan 2026, 09:57 UTC601 views18 reactionsread 8 August 2026 Photo
Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр! Ғинуар айына намаҙ уҡыу йәдүәлен тәҡдим итәбеҙ.
Ул Башҡортостандың баш ҡалаһына тап килтереп эшләнгән. Әгәр Өфөнән йыраҡ икәнһегеҙ, йәшәгән ерегеҙҙә ҡояштың нисә минутҡа һуңыраҡ йәки иртәрәк ҡалҡҡанын һәм байығанын самалап, таблицаны үҙегеҙгә ҡулайлаштырып алырға кәрәк булыр.
❤16👍1🔥1
3 Dec 2025, 04:30 UTC≈7,570 views19 reactionsread 8 August 2026 👋 Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар!
✅ Әлхәмдүлилләһ, 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн матбуғатҡа түбән хаҡҡа яҙылыу декадаһы иғлан ителде. Ун көнлөк акцияны "Рәсәй почтаһы" 3 декабрҙән 13 декабргә тиклем үткәрә.
Был осорҙа "Бәрәкәт"кә 903 һум 12 тин урынына 799 һум 98 тин түләп яҙыла алаһығыҙ.
100 һумдан ашыу ташлама!
✅ Почта бүлексәһенә барып яҙылырға кәңәш итәбеҙ. Сайт аша л…
❤11👍7🔥1
3 Dec 2025, 04:28 UTC≈4,540 views23 reactionsread 8 August 2026 Video
Video, posted without a caption
❤12👍7🔥4
Showing the 12 most recent of 20 posts we hold for @barakat_journal. View and reaction counts are the latest single reading for each post, not a live figure, and a recent post is still accumulating both. A view count marked ≈ was rounded by Telegram before we ever saw it — t.me prints views in full below 1,000 and to three significant figures above, so ≈1,200,000 means somewhere between 1,150,000 and 1,249,999. Unmarked counts are exact. Text is reproduced from the public post preview and truncated for length.