17 May 2026, 04:04 UTC77 views2 reactionsread 8 August 2026 Forwarded from @bashkortomVideo
Ауыл егеттәре 🔥
Шундай егәрле, эш рәтен белгән, аҡыллы балаҡайҙар.
"Татлы" тиеүҙәре генә ни тора🥰
Видеоны "Йәш фермер" Нурсолтан Хөсәйенов төшөргән. Үҙе лә, дуҫы ла - бынамын тигән егеттәр. Бына шундай быуын башҡорттары үҫеп килә👍
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
❤1👍1
30 Mar 2026, 17:00 UTC168 views2 reactionsread 8 August 2026 Photo
Халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың ижад балҡышы
Күренекле яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәрен республикабыҙҙа йәшәгән һәр әҙәбиәт һөйөүсе көтөп ала, ә сәхнәгә ҡуйылған спектаклдәре киң тамашасы һөйөүен яулай. Уның ижад балҡышының серҙәре ниҙә? Яҙыусы нисек прозала ла, драматургияла ла берҙәй уңышлы ижад итә?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Мөнир Ҡунафиндың 55 йәшлек юбилей кисәһендә ал…
❤1👍1
14 Mar 2026, 09:00 UTC228 views7 reactionsread 8 August 2026 Photo
Ул иҫтәлекле көндә тәү тапҡыр эскән шарап тәме әле лә Сәриәнең телендә. Икеһе лә белде: башҡа һис ҡасан да осрашмаясаҡтар. Тик төн бик ҡыҫҡа булды улар өсөн.
Ике ай ваҡыт уҙғас, буйға уҙғанын тойомланы Сәриә. Ни уйларға белмәне, үҙ-үҙенә һорау бирҙе: мин кем? Уйнашсымы, хыянатсымы, аҙғынмы? Минең бит үлеп яратҡан ирем бар. Шулай ҙа ҡайһылай рәхәт үҙ-үҙең булыу. Донъя менән хәйләләшеп, мәкерләшеп йәшәһә лә, киләсәге …
❤4👍3
11 Mar 2026, 15:26 UTC220 views1 reactionsread 8 August 2026 Photo
«Ундай әсәнән Һәҙиә апай һымаҡ таланттың тыуыуы ғәжәп түгел...»
Халыҡ уҡытыусыһы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева Һәҙиә Дәүләтшина хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
Дауамы сайтта: https://agideljurn.ru/news/godpoleznihdel/2026-03-11/unday-s-n-n-i-apay-yma-talantty-tyuyuy-zh-p-t-gel-4610522
❤1
11 Mar 2026, 13:22 UTC229 views2 reactionsread 8 August 2026 Photo
- Кәләш, оҙаҡ йөрөмә, мине һағындырмай ғына ҡайтып ет, - тип ҡала ине.
- Кит инде, шулай түгелдер ҙә. Һағынам, тип килештереп ебәрәһең.
Мәйсәрә көлә, ә Ишморат ысынлай:
- Күҙемдән осоп сығып барған һымаҡһың бит, кәләш! Ҡалайтайым һуң?
Уныһы нимә тигән һүҙ булғандыр, әле аңламай ине Мәйсәрә.
Бына хәҙер Ишморатының шул һүҙҙәрен һағына.
- Күҙемдән осоп сығып бараһың...
Күреп туя алмаҫтай ғына булып йөрөгәндер Ишмораты.…
👍2
3 Mar 2026, 05:26 UTC287 views3 reactionsread 8 August 2026 Photo
Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө
“Һуғыш тураһында яҙыуы ҡыйын түгелме, был темаға тотонорға нимә мәжбүр итте?” – осрашыуҙарҙа шундайыраҡ һорауҙарҙы бик йыш бирәләр. Яуап биреп ҡарайым.
тулыраҡ: vk.cc/cV0f77
👍3
26 Feb 2026, 17:47 UTC481 views6 reactionsread 8 August 2026 Photo
Бәхил бул, шағирә!
Танылған шағирә һәм журналист Таңһылыу Ҡарамышева арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 3 мартта 78 йәш тулған булыр ине.
Мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
❤2🤯2😱2
25 Feb 2026, 19:02 UTC379 views2 reactionsread 8 August 2026 Photo
💐Хөрмәтле дуҫтар, конкурс тамам!
Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы «Ағиҙел» журналы төркөмөндәге патриотик шиғыр һөйләү конкурсына йомғаҡ яһалды. Ярышта 70-кә яҡын кеше бәйге тотто.
Еңеүселәр хаҡында сайтта: https://vk.cc/cUOYZS
❤1❤🔥1
24 Feb 2026, 17:51 UTC324 views7 reactionsread 8 August 2026 Photo
Сөйөмбикә төргәктәге сабыйҙы йән көсөнә мисәлгән аттар араһына ырғытты. Малҡайҙы әйт инде! Әҙәмдән аҡыллы! Төпкә егелгән ат мисәүҙәге атты ҡабырғаһы менән генә ситкә этеп ебәрҙе лә, дүрт аяғын үрә терәп шып туҡтаны. Етмәһә тайғаҡ, һарҡыу ерҙә аттарҙы арба түбәнгә этеп алып бара.
— Тррр!!.. Инәңде... - Мырҙағәле дилбегәләрҙе тартты, үҙе арбанан
һикереп төшөп, ат тояҡтары араһында ятҡан төргәкте ынтылып ҡына алып арбаһ…
❤5👍2
24 Feb 2026, 05:59 UTC249 views4 reactionsread 8 August 2026 Photo
Ҡалтыранып тора ҡарағайҙар бында,
Үртәлгәндәр ҡалған бағана.
“Ҡайҙа минең ғәзиз ҡайын урман”, тиеп
Әрней минең күңел, һағына.
Һайрар ҡоштар күптән ҡасып бөткән,
Йәнлектәре ҡаса, боҫона.
Бер ҡурҡыныс әкиәттә кеүек үҙем,
Минең һуғыш бөгөн башлана.
Беренсе штурм, кәйеф күтәренке,
Егеттәр ҙә дәртләй, миңә ышана.
“Башҡортостан, Рәсәй, алға!” тиеп,
Йүгерҙек беҙ алға, шашына...
Тимер ҡоштар беҙҙе аяманы,
Йәлләмәне беҙҙе …
❤4
23 Feb 2026, 11:18 UTC228 views4 reactionsread 8 August 2026 Photo
Баш мөхәрриребеҙ, халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин үткән аҙнала Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдиновтың әсәһе Зафира Шаһиәхмәт ҡыҙы менән Усть-Катавта осрашты.
Киләһе аҙна Герой хаҡында яҙмалар менән уртаҡлашырбыҙ.
❤2👍2
23 Feb 2026, 10:33 UTC257 views4 reactionsread 8 August 2026 Photo
Ысын Салауат вариҫы!
Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Рәсәй Геройы исеменә һәм Батырлыҡ орденына лайыҡ булған хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Юғары исемгә лайыҡ булыусылар араһында яҡташыбыҙ, Салауат районы егете Вәсил Ямалетдинов та бар. Вәсилдең атаһы Әлкә ауылынан, әсәһе - Башҡорт Илсекәйе ауылы ҡыҙы.
Ғорурланабыҙ батыр яҡташыбыҙ менән!
Фото: Салауат районы хакимиәте.
❤4
Showing the 12 most recent of 20 posts we hold for @agideljurnal. View and reaction counts are the latest single reading for each post, not a live figure, and a recent post is still accumulating both. A view count marked ≈ was rounded by Telegram before we ever saw it — t.me prints views in full below 1,000 and to three significant figures above, so ≈1,200,000 means somewhere between 1,150,000 and 1,249,999. Unmarked counts are exact. Text is reproduced from the public post preview and truncated for length.