12 Aug 2026, 10:16 UTC7 views2 reactionsread 12 August 2026 Photo
Һин бит берәү шундай был донъяла,
Бер кемгә лә оҡшаш түгелһең,
Һиңә ҡарап яҙған һүҙҙәрем дә
Күңелемдән һыуҙай түгелһен.
Илһам йыйып һинең йөҙҙәреңдән,
Һалам уны күкрәк түренә,
Бер йылмайһаң һүнгән күҙҙәремә
Ап-аҡ сихри донъя күренә.
Ә сәстәрең... ул бит сикһеҙ диңгеҙ,
Тулҡынланып тора елдәрҙә,
Әгәр белһәм, ҡабат был һүҙҙәрҙе
Әйтер инем төрлө телдәрҙә.
Төштәремдә хатта ишетәмен
Онотолмаҫ алтын тауышты.
Бер ишеткәс, ми…
🤩1🥰1
12 Aug 2026, 10:09 UTC7 views2 reactionsread 12 August 2026 Photo
Урал батыр
Урал батыр, батыр ул,
Аждаһаны атты ул.
Тере һыуҙы эҙләп,
Ил-халҡына тапты ул.
Дошмандарҙы ҡырҙы ул,
Илен-ерен һаҡланы.
Батырлыҡта дан алды,
Арыҫландай яуланы.
Ҡара урман аша ул,
Тау-таштарҙы кисеп үтте.
Тере һыу менән халҡын
Мәңгелеккә һау итте.
Урал тауы булып ҡалды,
Уның даны мәңгелек.
Башҡорт халҡы йырлай уны,
Ул – батырҙар батыры!
❤1🔥1
12 Aug 2026, 09:56 UTC6 views2 reactionsread 12 August 2026 Photo
Рух
Рух — ул ут, ул яҡтылыҡ,
Рух — ул көс, ул изге тел.
Ул иреккә ынтылыш,
Ул һүнмәҫ йондоҙ кеүек.
Рух — ул тауҙар бейеклеге,
Рух — ул диңгеҙ тәрәнлеге.
Ул йөрәктә йәшәй мәңге,
Ул кешене күтәрә күккә.
Рухты һындырып булмай,
Ул ялҡындай янып тора.
Ҡыйынлыҡтарға бирелмәй,
Ул иреккә әйҙәй дауам.
Һәр кемдең эсендә рух —
Ул яҡты маяҡ һымаҡ.
Ҡараңғылыҡты еңә ул,
Яңы таңға алып бара.
Рух — ул халыҡ көсө, ғорурлыҡ,
Рух …
👏1🔥1
12 Aug 2026, 09:48 UTC6 views2 reactionsread 12 August 2026 Photo
Әлдә һин бар әле, әсәйем!" Артур Ғабдуллин.
Һин бит берәү шундай был донъяла,
Бер кемгә лә оҡшаш түгелһең,
Һиңә ҡарап яҙған һүҙҙәрем дә
Күңелемдән һыуҙай түгелһен.
Илһам йыйып һинең йөҙҙәреңдән,
Һалам уны күкрәк түренә,
Бер йылмайһаң һүнгән күҙҙәремә
Ап-аҡ сихри донъя күренә.
Ә сәстәрең... ул бит сикһеҙ диңгеҙ,
Тулҡынланып тора елдәрҙә,
Әгәр белһәм, ҡабат был һүҙҙәрҙе
Әйтер инем төрлө телдәрҙә.
Төштәремдә хатта ишет…
❤1😍1
10 Aug 2026, 14:03 UTC10 views4 reactionsread 12 August 2026 Ҡәҙерле милләттәштәр һәм яҡташтар, башҡорт телен белегеҙ, аңлағыҙ.❤️ Башҡорттарҙың рухын, милләтен һәм мәҙәниәтен аңлау өсөн, ҡурай моңон аңлау өсөн, тел хаҡын аңлау өсөн, Салауат Юлаевтың шиғырҙарын аңлау өсөн. Беҙ башҡорттар үҙебеҙҙең республикала һәр милләтте хөрмәт итәбеҙ, кем беҙҙең телде белә.❤️🥰
💯3❤1
10 Aug 2026, 13:57 UTC11 views2 reactionsread 12 August 2026 Photo
Николай Старостин
БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК
Мне жаль, что не знаю башкирский язык.
Я сердцем в него бы наверно проник.
Легенды, предания, истории песен,
Курая звук мне бы стал интересен.
Узнал бы тогда я больше свой край,
Где песни поют, и играет курай.
Где в сумраке утра поёт соловей
И скачет в степи табун лошадей.
Я понял бы лучше башкирский народ.
Он с древних времён на Урале живёт.
Его защищая он жизнь не жалел,
Баик зн…
👏2
10 Aug 2026, 10:28 UTC11 views2 reactionsread 12 August 2026 Photo
Бисмиллаһир - рахманир рахим
Мин - мосолман
Динем - Ислам,
Дин - йәннәт,
Пәйғәмбәрем -
Мөхәммәт.
Изге китап
Ҡөръәнем -
Аллаһ биргән
Йәм-йәнем.
Йома етһә,
Барыбыҙ
Ғибәҙәткә
Барабыҙ.
Манарала
Һилал - ай,
Яңы ғына
Тыуған ай;
Йондоҙо бар
Янында.
Ислам дине -
Ҡанымда
❤2
10 Aug 2026, 04:01 UTC11 views1 reactionsread 12 August 2026 Photo
Йөрәк
Йөрәк – ялҡын,
Йөрәк – һалҡын,
Йәшен ташы,
Йөҙөк ҡашы,
Йыр ағышы,
Күл һағышы.
Йөрәк – шишмә,
Тыуған ергә,
Тыуған илгә
Кешеләргә
Һөйөүемде
Йөрәк илтә.
Йөрәк яна,
Йөрәк һүнә,
Йөрәк көлә.
Тыуған ерең,
Һөйгән кешең
Юҡҡа сыҡһа,
Йөрәк үлә.
Фирүзә Абдуллина
❤1
9 Aug 2026, 12:42 UTC13 viewsread 12 August 2026 Photo
ҡурай – башҡорт халҡының ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашҡан айырылмаҫ юлдашы, моңдашы, ата-бабаларыбыҙҙың моң-зарҙарын, шатлыҡ –ҡыуаныстарын, башҡорт халҡының данлы ла, аяныслы ла яҙмышын, тарихын беҙҙең көндәргә тиклем түкмәй-сәсмәй алып килеп еткереүсе, быуындан-быуынға тапшырыусы изге мираҫ, аманат ул. Халҡыбыҙҙы данлаған ҡурай менән һәр саҡ ғорурланырбыҙ.
9 Aug 2026, 12:29 UTC12 views2 reactionsread 12 August 2026 Photo
Тирмәмдә
Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә-яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.
Салауат Юлайев
❤2
9 Aug 2026, 12:11 UTC12 viewsread 12 August 2026 Photo
Ҡәйнәмә
Икенсе әсәйем кеүек,
Күңелегеҙ яҡты, ҙур.
Өйөгөҙҙә һәр саҡ йылы,
Бөркөлөп тора һәр нур.
Һәр бер кәңәшегеҙ ҡиммәт,
Йөрәгегеҙ тулы моң.
Беҙгә булған иғтибарға
Рәхмәт әйтәм бөгөн мин.
Ҡәйнәм, һеҙгә оҙон ғүмер,
Бәхет, һаулыҡ теләйем.
Шатлыҡ, нурҙар юлдаш булһын,
Иң ҙур рәхмәт белдерәм!
8 Aug 2026, 15:01 UTC12 viewsread 12 August 2026 Photo
Зөлфиә ХАННАНОВА
МИН БАШҠОРТ ТИП ТАНЫШЫҒЫҘ!!!
Яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ,
Шул көлдәрҙең ҡалҡып сыҡҡан гөлдәре беҙ.
Ни үкенес: ҡыҫҡа булды көндәребеҙ –
Яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың күмере беҙ,
Һеҙҙең хәйер-доғаларға тилмерәбеҙ.
Ил-ер өсөн фиҙа булды ғүмеребеҙ –
Яндырылған ауылдарҙың күмере беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың төтөнө беҙ.
Онотмағыҙ беҙҙе, зинһар, үтенәбеҙ!
Илгә хаҡһ…
Showing the 12 most recent of 19 posts we hold for @Bashkortel. View and reaction counts are the latest single reading for each post, not a live figure, and a recent post is still accumulating both. A view count marked ≈ was rounded by Telegram before we ever saw it — t.me prints views in full below 1,000 and to three significant figures above, so ≈1,200,000 means somewhere between 1,150,000 and 1,249,999. Unmarked counts are exact. Text is reproduced from the public post preview and truncated for length.