20 Mar 2026, 06:09 UTC365 views7 reactionsread 8 August 2026 Изге айҙар тағы үтеп бара,
Доға йөрөй күкте уратып,
Бәндәләргә шатлыҡ, бәхет теләп,
Иман нурын Ергә таратып.
Тотҡан ураҙалар ҡабул булып,
Сауаптарын насип итһендәр,
Изге теләгебеҙ бер Аллаһҡа,
Тәңребеҙгә барып етһендәр.
Сырхауҙары баҫһын аяғына,
Ир - егеттәр еңеп ҡайтһындар,
Аңһыҙ ҡазаларға юлыҡтырмай,
Таңдарыбыҙ имен атһындар.
Әсәләрҙең ҡайнар күҙ йәштәрен,
Түктермәсе, Хоҙай, ярлыҡа,
Сабыйҙарҙы етем итә күрмә,
Дусар…
🙏6❤1
15 Mar 2026, 06:12 UTC745 views25 reactionsread 8 August 2026 ПРОБЛЕМАЛАР - БЕҘҘЕҢ БАШТА
Уҡытыусы бер стакан һыу ала ла уҡыусыларҙан һорай:
- Был стакандың ауырлығы күпме тип уйлайһығыҙ?
- 200 грамм самаһы, - тип яуаплай студенттар.
- Уны бер нисә минут күтәреп торһам, нимә булыр?
- Бер нәмә лә булмаясаҡ.
- Шулай. Әгәр мин уны бер сәғәт буйы тотоп торһам?
- Ҡулығыҙ арыясаҡ.
- Бер нисә сәғәт тотоп торһам?
- Ҡулығыҙ ауыртып, һыҙлай башлаясаҡ.
- Дөрөҫ. Әгәр был стаканды көнө буйы…
👍17❤8
13 Mar 2026, 06:15 UTC874 views8 reactionsread 8 August 2026 🤲Фытыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар.
Юғалтмаҫ өсөн үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.
🤲Саҙаҡа биргән кеше:
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Раббәнә, тәҡаббәл миннә
Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим».
Йә Раббым!Беҙҙән уны ҡабул ит!
Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин!
🤲Фытыр саҙаҡаһын алыусы кеше:
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү
Үә сыйәмәһү, үәстәджиб доғаәһү,
Үәғфир ҙунүб…
❤8
9 Mar 2026, 05:32 UTC962 views12 reactionsread 8 August 2026 Photo
Һин - бер сер, йомаҡ, легенда...
Ҡулдарыңдан үпкем килә,
Устарың - шундай йылы.
Мөхәббәттең аҡҡошо һин,
Саф һөйөүҙең былбылы!
Таңғы ысыҡтарҙай саф һин,
Иреңә шундай тоғро.
Кеше бәхетен урлаусы, -
Була күрмәйем уғры!
Һине күреп йөрөүҙәрем
Бәхеттәрҙең иң ҙуры.
Бар донъяны яҡтыртыусы, -
Ҡояштың һин бер нуры!
Тартып алма ҡулдарыңды,
Күңелемә шундай йылы.
Мин - иҫкергән бер скрипканың
Өҙөлөп төшөр ҡылы...
Һин - бер сер, …
❤8👍3🔥1
3 Mar 2026, 02:07 UTC≈1,370 views21 reactionsread 8 August 2026 УРАҘА
Миллионлап өйгә ут алдылар,
Алыҫ әле ҡояш сәфәре.
Йән һәм тәнебеҙгә шифа булһын
Ураҙаның эскән сәхәре!
Меңәр - меңәр ауыл, ҡалаларҙа
Үткәрелә ифтар аштары;
Яҙ ҡояшы ҡарҙы ихлас ашай,
Үтеп киттеме ни ҡыштары!
Йөҙәр - йөҙәр әйтеп, зекерҙәрҙе
Ҙурлайбыҙ беҙ Бөйөк Аллаһты!
Әжер - сауаптары күп булһындар,
Ярлыҡаһын Аллаһ гөнаһты!
Тиҫтә - тиҫтә йылдар яҙһын ине
Ураҙаға тағы инергә.
Йәшәп туйып булмай фанилыҡта,
И…
❤21
26 Feb 2026, 20:22 UTC≈1,520 views30 reactionsread 8 August 2026 ❗Өлкән быуын белеп әйткән!
👆Йоҡларға урын-ерҙе бесәй ятҡан ергә йәйегеҙ
👆Һыуҙы ат эскән урындан эсегеҙ, ат бер ҡасан да насар һыу эсмәҫ
👆Еләк-емештең ҡорт тейгәнен ашағыҙ
👆Себен-серәкәй ҡунған бәшмәкте ҡурҡмайынса йыя алаһығыҙ
👆Ағасты һуҡыр сысҡан ҡаҙыған ергә ултырт
👆Йортто йылан йылынып ятҡан урынға төҙө
👆Ҡоҙоҡто эҫелә ҡоштар оя ҡорған ерҙә ҡаҙы
👆Тауыҡтар менән йоҡларға ят һәм улар менән тор - көндөң алтын орлоғон …
❤17💯12🥰1
23 Feb 2026, 02:18 UTC≈1,890 views1 reactionsread 8 August 2026 Photo
Photo, posted without a caption
❤1
23 Feb 2026, 02:16 UTC≈1,290 views4 reactionsread 8 August 2026 Байрам менән, хөрмәтле ир-егеттәр!
Һеҙҙе 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Иң изге теләктәребеҙҙе юллап, тыуған илебеҙҙең генә түгел, өйөгөҙҙөң дә ышаныслы һаҡлаусыһы, ғаиләгеҙҙең ныҡлы терәк-таянысы ла булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
👍4
19 Feb 2026, 14:39 UTC≈1,730 views8 reactionsread 8 August 2026 🌙УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАЛАР?
Быйыл, 2026 йылда, Рамаҙан айының беренсе көнө 19 февралгә тура килә. Тимәк, ошо көндән мосолман ҡәрҙәштәр ураҙа тота башлай.
🌸Тәү сиратта ураҙа өсөн фарыз (мотлаҡ) ғәмәлдәрҙе яҙып үтәйек:
✅ниәт итеү;
✅ашау-эсеүҙән тыйылыу;
✅яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу.
🌸Ураҙа тотоу тәртибе былай:
✅Ураҙа тоторға ниәт итеп, ғөсөл ҡойоноп (йыуынып) ятырға. Был Шәғбан айының һуңғы кисендә башҡарыла, 2026 йылда у…
❤8
17 Feb 2026, 16:26 UTC≈1,300 views38 reactionsread 8 August 2026 ‼ Әсәй, ебәрмә картинкалар. “Хәйерле иртә!”, “Матур көндәр!” тигән яҙыуҙарыңдан телефон тулды. Йомошоң булған да ғына яҙ. Яңылыҡтар булмаһа, яҙма. Бесәйҙәрең тураһында уҡып ултырырға минең ваҡытым юҡ... Артур асыуланып әсәһенә теҙеп әйтте лә телефонын ситкә ҡуйҙы.
Егеткә – 35 йәш. Ул әйҙәүсе программист булып эшләй. Ә әсәһе Вәлимә Хәйрулловна Артур йәшәгән ҡаланан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бәләкәй ҡасабала йәш…
❤30😭5😢3
17 Feb 2026, 16:26 UTC≈1,240 views26 reactionsread 8 August 2026 Әхлаҡ:
Ата-әсәләрҙән килгән хәбәрҙәр спам түгел. Был уларҙы һеҙҙең донъя менән бәйләгән берҙән-бер еп. Уны өҙмәгеҙ. Бер көн телефонығыҙ мәңгелеккә өндәшмәҫ, һәм һеҙ “хәйерле иртә” тип яҙылған бер открытка өсөн бар донъяғыҙҙы бирергә әҙер булырһығыҙ, әммә уны бер кем дә ебәрмәҫ.
Интернеттан Резеда Вәлиеваның ирекле тәржемәһе.
❤17👍5😢4
10 Feb 2026, 08:43 UTC≈1,300 views6 reactionsread 8 August 2026 ҺАҒЫНДЫРА ЙӘШЕЛ ЙӘЙҘӘР.
Ҡышҡы һалҡын селләләрҙә,
Һағындыра йәшел йәйҙәрем.
Һағындыра ҡыңғырау сәскәләре,
Еләктәрҙең һутлы тәмдәре.
Йыйған еләктәрем тырызымда,
Ҡосағымда сәскә бәйләме.
Ҡышҡы һалҡындарҙа һағынам да,
Йәйҙәремә ҡайтам әйләнеп.
Ҡоштар һайрауына ғашиҡ күңел,
Сер һөйләйҙәр зифа ҡайындар.
Сәскәләре ҡараштарҙы наҙлай,
Тыуған ерҙән гүзәл нимә бар?!
Килен булып төшкән ерҙәр яҡын,
Һағындыра барыбер тыуған яҡ…
❤4👍2
Showing the 12 most recent of 12 posts we hold for @bashkortca_007. View and reaction counts are the latest single reading for each post, not a live figure, and a recent post is still accumulating both. A view count marked ≈ was rounded by Telegram before we ever saw it — t.me prints views in full below 1,000 and to three significant figures above, so ≈1,200,000 means somewhere between 1,150,000 and 1,249,999. Unmarked counts are exact. Text is reproduced from the public post preview and truncated for length.